«Айбар» саҡыра, «Айбар»… » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Культура
Таңға тиклем рәхәтләнеп бейеп күңел асам тиһәң, шәмбе кис «Айбар» башҡорт клубы һине көтә!

1256936377_aibar180-9292090Баш ҡаланың Конгресс-холында «Айбар» башҡорт клубы эшләй башлауы хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ. Эйе, эйе, аҙнаның һәр шәмбе кисе был мөһаббәт бина үҙенә башҡорт йәштәрен йыя. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәштәрҙең бергә тупланыр, аралашыр, фекер алышыр, күңел асыр урыны – ул «Айбар».

Әйтергә кәрәк, был дискотека бейеү майҙаны ғына түгел. Башҡорт көй-моңдарына, эстрада йырсылары сығышына ҡушылып өйрөлөүҙән тыш, йәштәр араһында төрлө уйындар, конкурстар үткәреү ҙә ҡаралған. Ошо шәмбе үтәсәк дискотеканы DJ Хан алып барасаҡ. Унда киләһе киске уйынға саҡырыу билеттары ла уйнатыласаҡ. Йәштәрҙең яратҡан йырсылары – Диана Ишниязова, Радик Юлъяҡшин, Сәйҙә Ильясова, «Ант» төркөмө һәм башҡалар сығыш яһап, барыһының да күңелен күрәсәк.Шулай итеп, «Айбар» башҡорт клубына рәхим итегеҙ, йәштәр!

А. ТАЙМАҪОВ.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[29 октября 2009] | Просмотров: Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0