Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . . : Почта : . . : Наш блог : . Стихи Музыка Литература Фотографии Знакомства Файлы
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное . : Форум : .
    
Поиск

Башкирская хартия Честных Интернет Журналистов - ЧИЖики Туган тел Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Блог президента Башкирии, обращения, жж, хамитов рустэм закиевич Уфа - Доска объявлений, новости, погода, работа в Уфе, автомобили - Уфимский городской портал UFA.RU ufa.stroyka.ru Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив) Союз журналистов Республики Башкортостан


Популярные новости:
  • Татарский сьезд принял ожидаемое всеми обращение татар ...
  • Долгожданный бой башкирского боксера "Чингис-Хан" про ...
  • Хотите полетать над Уфой на самолете? Нет проблем!
  • Башкирская газета "Яшлек" начинает видеоконкурс. На п ...
  • Тема Отв. Посл.
    Учебник для школ. Башкирский язык 0 admin
        
    Партнеры

    Башкирский журнал текэ молодежи 'Шонкар' Башкирский журнал юмора Хэнэк Новости Стерлитамака
    Доска бесплатных объявлений

    Переходы

    Мы работаем для вас!!!


    «    Май 2012    »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
     
    1
    2
    3
    4
    5
    6
    7
    8
    9
    10
    11
    12
    13
    14
    15
    16
    17
    18
    19
    20
    21
    22
    23
    24
    25
    26
    27
    28
    29
    30
    31
     

    МОМЕНТАЛЬНАЯ ОПЛАТА
    за WebMoney, RBK Money,
    MoneyMail, WebCreds,
    Яндекс.Деньги, терминалы

    Погода в Уфе








    Курсы валют:<< >>



    Һөйөүҙән дә юғарыраҡ…
    Новости » Культура
    Был мәҡәләлә мин үҙемдең ижадташым, ҡәләмдәшем, музыка өлкәhендә ысын яуҙашым – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, музыка белгесе Миләүшә Абрар ҡыҙы Иҙрисова тураhында hөйләмәксемен. Ғәҙәттә кешеләр музыка белгесенең кем иҡәнен ул тиклем үк күҙ алдына килтермәй, минән йыш ҡына: «Кем үл – музыка белгесе?» – тип hорағандары ла бүлды. Ә көндәлек тормошта музыка белгесе үҙе әллә ни күҙгә күренмәhә лә, уның эшмәкәрлеге бик ныҡ hиҙелә: музыка беҙҙе бөтә яҡлап та уратып алған бит… Мин әйтер инем, музыка белгесе – ул музыкаль зауыҡты тәрбиәләгән кеше, тип. Музыка белгесе – ул универсаль специалист. Уның эшләү даирәhе лә бик ҙур: мүзыкаль тәнҡит, пропаганда, фәнни эшмәкәрлек, ғәҙәти уҡытыу (сольфеджио, гармония уҡытып, ул мүзыканттарзың фекерләүен формалаштыра; мүзыка тарихын hөйләп, белемле итә).
    Быларҙы аңлау Миләүшәгә сәнғәт институтының беренсе күрсында килә. Ә уғаса ул – пианистка ине hәм үҙенең уҡытыусыhы Иғорь Дмитриевич Лавровты бик ныҡ ихтирам итеүгә күрә, тырышып-тырмашып фортепианола уйнау нескәлектәрен үҙләштерә ине. Тик Лавров башҡа бик күп музыканттарыбыҙ кеүек бынан 30 йыл элек тәүҙә Мәскәүгә, шунан алыҫ Венесуэлаға күсеп китә. Миләүшәнең үл саҡтағы аптырауын, юғалып ҡалыуын, көнө-төнө уйланғанын мин иҫләйем. Яратҡан остазы менән айырылышыү үның тормошонон бер hынылышына әйләнде. Һәм был моментта уға ярзамға атаhы hәм әсәhе – атаҡлы композитор Абрар ағай Ғабдрахманов hәм күренекле йырсы Нәжиә апай Аллаярова киләләр. Практика шуны күрhәтә: иң hәйбәт музыканттар мүзыканттар ғаиләhендә тыуа ла инде, мин иhә династиялар күренешен (hәр өлкәлә лә) бик хүплайым. Сәнғәт өлкәhендә үҙ урыныңды табыу, мүзыкант алдында торған мәсьәләләрҙе асыҡлау hәм быға ирешер өсөн юлдарҙы билдәләү – 18 йәшлек ҡыҙға ана шул hөйләшеүҙәр ваҡытында килә лә инде. Уға тиклем дә аталары менән башҡорт сәнғәтенең үҫеше тураһында әңгәмәләр әҙ булманы бит. Белеүемсә, Нәжиә апай берҙән-бер ҡыҙына яратҡан уҡытыусыhы, профессор Миләүшә Ғәлиевна Мортазинанын исемен ҡушҡан. Әле лә был ғаиләләрҙең бәйләнеше бик тығыҙ: Миләүшәнең урта ҡыҙы Диләрә М.Ғ.Мортазина класында биш йыл уҡып, быйыл сәнғәт академияhын тамамлай; Миләүшә Ғәлиевнаның улы – органист Владислав Мортазин менән бергә концерттарҙа сығыш яhай, өләсәhенең эшен дауам итә.
    Миләүшәнен шәхес булараҡ формалашыуында ике төп момент – беренсенән, ете йәшкә тиклем Учалы районының Яны Байрамғол ауылында Мәүжиҙә өләсәhе ҡүлында үҫеүе, икенсенән, артабан Өфөгә ҡайтып, махсус музыка мәктәбендә уҡыуы hәм сәнғәт мөхитендә йәшәүе бүла. Иң ҡызығы шул: студент йылдарында ул фольклористика тураhында хыяллана, ауылда үҫеп, халыҡ йырҙарын яратыу ҙа, атаhының сәнғәт институтының фольклор кабинетында эшләүе hәм уның янына йыш йөрөүе лә, хатта беренсе курстан hуң Фәндәр академияhы ойошторған экспедицияла ҡатнашыу ҙа маҡсатҡа өлгәшеүҙең айырым бер этаптары булып ҡабул ителә. Ә, күреүебеҙсә, уға яҙмыш икенсе төрлөрәк юл әҙерләгән булып сыҡты…, ғәрсә халыҡ музыкаһынан ул бер ҡасан да алыҫлашманы, профессиональ сәнғәттең фольклорҙан үҫеп сығыуы бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Башҡортостан телевидениеhына ул редактор Әнисә Тимербулатова саҡырыуы буйынса осраҡлы ғына килhә лә, үнда 20 йылдан артыҡ ғүмерен үтҡәрә, унда киң эшмәкәрлек йәйелдерә, киң танылыу яулай.
    Телевидениеның ни тиклем ҙур тәрбиәүи көскә эйә икәнен аңлатып тораhы юҡтыр, күберәҡ Америка фильмдарын ҡарап ҡына үҫкән йәштәр беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа… Шуны ғына ла әйтеү етә: 90-сы йылдарзан алып Үҙәк Телевидениела ниндәй ҙә булhа музыкаль-ағартыу тапшырыуҙар бөтөнләй юҡҡа сыға, үларҙы ойоштороуға РФ Композиторҙар союзы рәйесе В.И.Казенин әйтеүе буйынса, «Беҙҙең быға аҡсабыҙ юҡ. «Культура» каналын ғына ойоштороуға өлгәштек, уныhын да Петербургтан ғына эшләй алдыҡ». Ә инде бөтә үҙәк каналдарын да баҫҡан шау-шыу күренештәре тик күңел асыу ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндерә. Ә был бит музыканың бер тәғәйенләнеше генә. Асылда музыкаль пропаганда – ул рәсми пропаганданың айырылғыhыҙ бер өлөшө, кешенең рухи йөҙөн билдәләүсе төп сара.
    Телевидениеға килгәндән үк Миләүшә Иҙрисова үҙенә ҡатмарлы ижади проблемаларҙы ҡуйырға тырышыуы, үларға яуап эҙләү hәм ижадтың асылын асыҡларға ынтылыуы менән үҙенә иғтибар итә. Тәүге «Лира», «Антракт», «Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәрҙәре» тапшырыуҙарында автор уларзың мәғлүмәти яғын ғына түгел (ә киң мәғлүмәт саралары өсөн был да мөhим момент), ә аналитик hәм публицистик яҡтарын да иғтибар үҙәгенә ала. Һөҙөмтәлә телевизион тапшырыуҙар яңы сифатҡа, яңы профессиональ кимәлгә күтәрелә. Тиҙ үк арала йәш тележурналисткаға республикабыҙҙың иң абруйлы ижади коллективтары, күренекле шәхестәре менән эшләү йөкмәтелә башлай. Шулай итеп, Башҡорт опера hәм балет театры, Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография үчилищеhының, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Петербург һәм Мәскәү, Ҡазан, Лондон, Бангкок, Рим һәм башҡа төбәктәрҙә яһаған сығыштарын телевизор ҡараусыларға М.Иҙрисова еткерҙе.
    Миләүшә Изрисова – бер нисә документаль фильмдар авторы ла. Уларзың исемдәре генә лә авторының киң эрудицияhы, фекер ҡеүәте тураhында hөйләй. Мәҫәлән, «Благословение» (М.Хисмәтуллин), «Абдулла Солтанов», «Играет Владислав Муртазин», Дилмөхәмәтовтар династияhы хаҡында «Тәнгәүер ере моңдары», «И сердца каждою струной я слышү Родину». Һуңғы фильм аҡhаҡалыбыҙ Заhир Исмәғилевкә 85 йәш тулыу уңайы менән төшөрөлөп, оло ижадсының халҡы, тамашасыhы менән хушлашыуы, хатта бәхилләшеүенә әүерелде. Фильм экранға сыҡҡандан күп тә үтмәй Заhир Ғәриф улының ҡаты ауырып, күҙҙән дә, ҡолаҡтан да яҙыуы билдәле. Был фильмдар ҙа, «Торналар осҡанда», «Таhир менән Зөhрә», «Бүләккә муйнсаҡ» кеүек фильм-концерттар ҙа берҙән-бер маҡсат итеп милли сәнғәтебеҙҙе пропагандалауҙы ҡуйҙы.
    «Йылдар үтә, моңдар ҡала» ретро-тапшырыуҙар шәлкеме лә үҙ тамашасыһын тиҙ тапты. 60-70-се йылдар осоро бер заман тарих булып ҡалыр, тип кем үйлаған… Был тапшырыуҙарҙын иң ҡиммәтле яғы минеңсә ошонда: автор үҙен үткән совет осоро hәм бөгөнгө көн араhын тоташтырыусы, бәйләүсе итеп күҙ алдына килтерә hәм был эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Ысынлап та дөрөҫө шул: беҙҙең быуын – ул оло йәштәге мәшhүр аҡhаҡалдарыбыҙ hәм яңы үҫеп сыҡҡан йәштәр араhындағы бәйләүес быуын түгелме ни? Һәр хәлдә ул да, мин дә был хәҡиҡәтте нәҡ шулай ҡабул итәбеҙ.
    Ә атаҡлы артистарыбыҙ юбилейҙарына, Яңы Йылды ҡаршылауға арналған «Огонектар» ни тора! Күренекле режиссер Вил Кәримовтың 75-йәшлек юбилей уңайы менән әҙерләнгән «Огонек»тан hуң шундай типтағы кисәләрҙе ойоштороу тәҡдимдәре менән Миләүшәгә күптәр мөрәжәғәт итә… Ойоштороу тигән hүҙ был ерҙә бик тә урынлы, сөнки сценарий яҙыуҙан hәм тапшырыуҙы алып барыуҙан тыш, бында продюсерлыҡ эше лә бик мөһим: сараның ҡайҙа, ниндәй жанрҙа, кемдәр ҡатнашлығында үтергә тейешлеген хәл итеү, музыкаль эстәлеген хәстәрләү, ижади команда туплау, уның һәр ағзаһы – режиссер, рәссам, операторҙар, видеоинженерҙар менән кәңәшләшеп, телевизион техника менән тәьмин итеү, һәм ниһайәт, монтаж яһап, экранға сығарыу… Быға тиклем, әлбиттә, сценарий яҙылған, режиссер менән уртаға һалып тикшерелгән-ҡаралған булырға тейеш. Артабан – һәр ҡатнашыусы менән осрашып йәки телефон аша тапшырыуҙа барасаҡ тема хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләшеү-килешеүҙәр. Сер түгел, журналист кешегә ҡайһы бер әңгәмәселәр өсөн уларҙың яуаптарын да алдан әҙерләргә тура килә… Ә шулай ҙа бындай эштәрҙә иң мөһиме – бер нисә сәғәткә (ҡайһы саҡта бер нисә тәүлеккә) һуҙылған съемка ваҡытында программа етәксеһенең теҙгенде ҡулынан төшөрмәйенсә, дөйөм процессты башынан-аҙағынаса контролдә тота белеүе. Ауыр, ялыҡтырғыс, көсөргәнешле хеҙмәт, ә бит алып барыусы экранда байрам кәйефен һаҡларға, матур итеп йылмайырға ла тейеш! Телевизорҙан ҡарағанда ғына бөтәһе лә шыма, еңел генә, үҙенән-үҙе барған кеүек! Монтаждың нимә икәнен ТВ хеҙмәткәрҙәре бик hәйбәт белә…
    Миләүшә репортаждар, очерктар, фильмдар төшөрөү менән бер рәттән hәр тележурналист өсөн иң юғары оҫталыҡ билдәhе hаналған тура эфирҙар алып барыусыhы ла булды! Бындай осраҡтарҙа иң ҡыйыны – интервью алған саҡтарҙа көтөлмәгән хәлдәрҙең тыуыуы hәм алып барыусының ана шул сетерекле хәлдәрҙән матур итеп сыға белеүе. «Үҙем hорап, үҙем яуап биргән саҡтарым да күп бүлды», – тип иҫләй Миләүшә. Үткәреүе ҡыйын булhа ла, иң яратҡан тапшырыуҙары шул була.
    Музыка белгесе үҙенең төп эше итеп, шулай ҙа, Юлдаш телевидениеһы фондында һаҡланған – «Ҡош юлы» очерктар циклын иҫәпләй. Музыка сәнғәтебеҙҙең атаҡлы эшмәкәрҙәренә арналған был монографик цикл ун биш йылдан ашыу ваҡыт hынауын үтеп, башҡорт мәҙәниәте йылъяҙмаhына әйләнде (бындай экран “аҡһаҡалдары” Башҡортостан телевидениеһында күп түгел). Автор үларҙа ҙур теоретик материалды дөйөмләштерә, тыуған актуаль мәсьәләләрҙе hыҙыҡ өҫтөнә ала, бөтә күңел әрнеүе менән уларҙы хәл итергә саҡыра. Геройҙарҙың исемдәрен hанау – сәнғәтебеҙҙең йөҙөк ҡашына әйләнгән бөтә ижадсыларын hанап сығыү тигән hүҙ. Уларҙын күбеhе инде хәҙер арабыҙҙа юҡ. Бөгөнгө йәштәр был ижадсыларҙы хатта белмәй ҙә. Ә 20, 40 йылдан һуң ни булыр?! Шуға ла мин Миләүшәнең был эшен рухи hәм әхләҡи ҡаhарманлыҡ тип баhалайым. Асылда шулай түгелме ни? Мәҫәлән, композитор Морат Әхмәтовтың монологын Миләүшә Мәскәүгә Ғәскәров исемендәге ансамбль менән барғанда яҙып өлгөрә, ә инде Шәмил Ҡолбарисов тураhындағы тапшырыуҙы композиторҙың ҡаты ауырыуы сәбәпле, архив материалдарынан туплай. Был тапшырыуға ул хәҙер инде сит илдә йәшәгән Айhылыу ҡыҙының фекерҙәрен дә яҙып өлгөрә. Уникаль кадрҙар тип, мин, мәҫәлән, студиялағы оло әҙибебеҙ Хөсәйен Әхмәтов менән булған әңгәмәне әйтер инем. «Иң яратҡан әҫәрегеҙ ниндәй?», – тигән hорауға: «Бөтәhен дә яратам», – ти тыныс ҡына Хөсәйен Фәйзуллович. «Ә шулай ҙа иң-иңе ниндәй?», – тип ныҡыша хәйләкәр төҫ менән алып барыусы. Әҙ генә уйланғандан hуң, композитор асылып китеп, үҙенә айырыуса ҡәҙерле әҫәрҙәре хаҡында һөйләй башлай, төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрә… Был әңгәмә мине шул тиклем аптыратты! Журналистың әҙәпле hәм ихтирамлы hөйләшә белеүе, әңгәмәсене hөйләттерә алыуы hәм дөрөҫ hорау ҡуйыу белеүе менән. Ә бит композитор, мүзыкант-башҡарыусы, йырсы, дирижер, актер менән төплө hөйләшер өсөн hәр береhенең ижадын яҡшы белеү, күңелен тойоу мотлаҡ.
    Был йәhәттән М.Иҙрисованың иң яҡшы тапшырыуын айырып күрhәтеү ҙә ҡыйын. Шуға ла мин иң ныҡ тәьҫир иткәнен генә әйтәм. Ул – Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 100-йыллығына арналған бер сәғәтлек тапшырыу. Иң элек был тапшырыу публицистик пафос, ижадсының ролен билдәләү, тарихи дөрөҫлөктө асыҡларға ынтылыу менән әсир итте. Ошо тапшырыуҙы эшләгәндән hуң Миләүшә композиторҙың ҡыҙы – Роза Ғәзиз ҡыҙы Латыпова менән дуҫлашып, композитор ижадын ныҡлап фәнни яҡтан өйрәнә башлай hәм бынын hөҙөмтәhе булараҡ «Газиз Альмухаметов. Статьи. Воспоминания. Документы» тигән китап донъя күрә. Китаптың әhәмиәтен баhалап бөтөүе лә ауыр. Иң элек, ул Әлмөхәмәтовтың Башҡортостанда булған эшмәкәрлеген тулыраҡ сағылдырыуға, 30-сы йылдарҙа беҙҙең музыкаль тормошта булған ҡатмарлы процесстарға яңы күҙлектән сығып ҡарарға бүлышлыҡ итте. Эш шунда: бығаса музыка белемендә Әлмөхәмәтов эшмәкәрлегенең Ҡазан hәм Өфө осорҙары айырым ҡаралыуға күрә, шәхестең ысын масштабы юғала ине. Икенсенән, милли опера өлкәhендәге эшмәкәрлеге тик Татарстанда ҡылған эштәре менән генә сикләнә ине. Был китапка иhә, Иҙрисованың ижадсының үткән юлы, фольклор сығанаҡтары hәм музыкаль-эстетик ҡараштары тураhындағы мәҡәләләре, 20-30-сы йылдарҙа баҫылған матбуғат материалдары – төрлө рецензиялар hәм композитор үҙе яҙған мәҡәләләр (ә уларҙы яңынан баҫтырыр өсөн тексттарҙы латиницанан кириллицаға күсерергә кәрәк ине!), замандаштарының hаҡланған хәтирәләре, Роза Ғәзизовна менән бик ҡыҙыҡлы интервью ингән. Ә иң мөhиме – заманында бөтә мираҫы юҡҡа сығарылыу арҡаhында КГБ архивында бер генә дана hаҡланып ҡалған hәм 75 йылдан hуң яңынан нәшер ителгән композиторзың «Башҡорт совет музыкаhын тыуҙырыу өсөн көрәш юлында» исемле очергы баҫылған. Был очерктың тергеҙелеүе революцион әhәмиәткә эйә, сөнки уны уҡығас, Әлмөхәмәтов башҡорт сәнғәтен ни тиклем ҡайғыртҡанын hәм ғәмәлдә, был китаптың Башҡортостанда профессиональ музыкаль мәҙәниәт булдырыу буйынса ижади программа булып торғанын асыҡ аңлайhың. Һәм был хеҙмәттең асылына төшөнөп, тейешенсә баһа бирер өсөн М.Иҙрисова кеүек патриотик рухлы специалистарыбыҙ ғына кәрәк булған икән дә баһа! Һис шикhеҙ, музыка ғилемендә был китап ысын мәғәнәhендә ҙур күренешкә әүерелде. Китаптың ҡушымтаһында Әлмөхәмәтовтың әлегәсә бер ҙә баҫылмаған (!) әҫәрҙәре донъя күргән – уларҙы туплау ҙа авторҙан бик күп ныҡышмалылыҡ талап иткән, сөнки заманында композиторҙың ноталары ла, пластинкалары ла юҡ ителгәйне…
    Был хеҙмәтте сығарғандан hуң, Миләүшә Иҙрисова фәнни эштәр менән ныҡлап мауыға башлай. Фольклористика хыялы күңелендә яҡты йондоҙ булып ҡалhа ла (ә ул 1999 йылда Тарих, тел hәм әзәбиәт институтының аспирантураhын да тамамлай), бөгөн уны профессиональ композиторҙарыбыҙҙан мәҙәниәткә нигеҙ hалыусылары ҡыҙыҡhындыра. Был турала шуны ғына әйтә алам: Әлмөхәмәтов быуыны тураhында асыҡланмаған моменттар әле шул тиклем күп, ә төрлө сығанаҡтарҙа баҫылған фактологик хаталарҙы hәм ҡараштарҙы бөтөрөү шул тиклем ҡыйын! Шуға ла Миләүшәгә ғилми эҙләнеүҙәрендә лә уңыштар ғына теләйhе килә.
    Музыка ғилеме – бигерәк тә башҡорт музыкаһы – тотош бер ҙур асылмаған утрау, – тип иҫәпләй героиням һәм атҡарғандарына ҡарағанда, эшләмәгәндәре тураhында күберәк уйлана. «Шуны төшөрөргә килешкәйнек, өлгөрмәнек – китеп барҙы», – тип әсенгәнен күп тапҡырҙар ишеттем. Сөләймән Абдуллин менән эш башлап та, очергын артист иҫән сағында тамамлап, үҙенә күрһәтеп өлгөртә алмауына әле булhа тыныслана алмай. Әмир Абдразаковҡа арналған тапшырыуы ла, Әмир ағай сирләп китеү сәбәпле, вафатынан һуң ғына экранға сыға… Балерина Фирҙәүес Нафиҡова тураhында тапшырыу телевидение фондында уның бер видеояҙмаhы ла булмау сәбәпле тотҡарлана… h.б. Был ситуациялар – журналистың алдына ҡуйған яуаплылыҡты аңлай белеүен иҫбатлаған бер момент. Шундай белгестәребеҙ (етмәhә ике телдә лә яҙған-hөйләшкән) бер ҡулдың бармаҡтары менән hанарлыҡ шул!
    Миләүшәнең өйө лә, бөтә көнитмеше лә тотош музыка менән hуғарылған. Тормош иптәше Фәрит Ғәрипов – профессияһы буйынса музыкант түгел, ләкин күңеле тулы моң булғанға күрә, Миләүшәгә лә, музыкант юлын hайлаған өс ҡыҙына ла ышаныслы терәк-таяныс була алған. Өй эсе тотош консерваторияны хәтерләтеп торғанда (бер бүлмәнән скрипка тауышы, икенсеһенән – опера ариялары яңғырай, Миләүшә компьютер алдында музыка тураһында яҙа) – атай кешегә барыһын да аңлап, ҡулынан килгәненсә ярҙам итергә тырышырға ғына ҡала… Ә Әсә кеше – балаларының береhен дә күҙ уңынан ысҡындырмайса, йүнәлеш биреп тороусы, уҡырға hәм эшләргә өйрәтеүсе, дәртләндереп, оло маҡсаттарға өндәүсе тәрбиәсе лә, иң яҡын дуҫ-серҙәш тә. Ҡыҙҙары иһә минең күҙ алдымда бәләкәс балаларҙан рухлы сәнғәт кешеләренә әйләнде: ҙуры Айгөл – Башҡортостан телевидениеhының музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең етәксеhе, яңы социаль шарттарҙа әсәhенең эшен дауам итә. Икенсе ҡыҙы Диләрә – үрҙә әйтеүемсә, быйыл Өфө сәнғәт академияhын вокал класы буйынса тамамлай, төрлө кимәлдәге байтаҡ конкурстар лауреаты, Башҡорт дәүләт опера hәм балет театры стажеры. Бәләкәйе Асия – махсус музыка колледжында скрипканы үҙләштерә, үҙ өлкәhендә иң юғары үрҙәргә өлгәшергә хыяллана. Өсөһө лә маҡсатлы, эшhөйәр, татыу, баҫалҡы һәм иң мөһиме – халҡыбыҙҙың моң хазинаһын, тел байлығын белеп-өйрәнеп, уның ҡиммәтен аңлап үҫәләр. Ә әсәләре ҡыҙҙарының бер сығышын да ҡалдырмай, видеоға төшөрөп, аҙаҡ ентекләп анализлап сыға, кәңәштәрен бирә: специалистар шулай тәрбиәләнә ул.
    Ғаиләлә тормош ҡайнай, hәр береhе үҙ юлында әкренләп кенә яңы үрҙәр яулай. Ә киңерәк ҡарағанда, Ғабдрахманов-Аллаярова-Ғәрипов-Иҙрисовалар династияhы башҡорт музыка сәнғәтендә hоҡланғыс бер күренеш тәшкил итә. Ә яңыраҡ ҡына алтын юбилейҙарын билдәләгән Миләүшә менән Фәриткә киләсәктә лә илһам шишмәләренең һүрелмәүен, башҡорт сәнғәтен яңы асыштар менән балҡытыуын теләйһе, шундай замандаштар булыуына ғорурланаhы ғына ҡала!

    Гөлназ Галина

    Обсудить на форуме





     
    | Напечатать | Нравится(+) 0 Не нравится(-)
    [31 января 2012] | Просмотров: 283 Автор: nabludatel Оцени статью!




    Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Сәйҙәш балҡышы
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН
  • Йәй



  • "Йешлек" гэзитенэн сайтынан янылыктар:

    Үәт, ҡыҙыҡ!

    Тауыш тиҙлеге бигерәк ҡыҙыҡ нәмә икән. Бына, мәҫәлән, атай-әсәйҙәр 20 йәшлек балаларына нимәлер әйтһә, ул тауыш ...

    Өс гонаһ хаҡында

    – Өс гонаһ бар, – тине аҡыл эйәһе. Бөтәһе лә тынып ҡалды. – Беренсе гонаһ ‒– ул үс тотоу. Әгәр ҙә күршеңдең һыйыры ...

    Йә Норвегия, йә Чехия

    Финляндия менән Швецияла барған хоккей буйынса донъя беренселеге төркөмдәренең һуңғы уйындары башланды. Кисә кис Рәсәй йыйылма командаһы плей-оффҡа бар ...

    Дело Хабирова

    Дело Хабирова Администрация президента хотела, чтобы Медведева поддержало не менее 300 депутатов, ...

    Отправлен в отставку свердловский губернатор А. Ми ...

    Отправлен в отставку свердловский губернатор А. Мишарин В начале апреля российские политологи ...

    Язык преткновения-NEXT. Федеральный репортаж.

    Язык преткновения-NEXT. Федеральный репортаж. На первом канале в Новостях показали сюжет, весьма ...

    Загружается, подождите...
    Новости
      Страшная авария случилось на трассе Уфа-Челябинск 
      Городам Уфа, Пермь и Казань дальнобойщики обьявили бойкот 
      День Победы в Уфе: программа праздничных мероприятий 
      Утверждена эмблема Года благополучного детства и укрепления семейных ценностей в Республике Башкортостан 
      В России официально определили «роскошные» марки автомобилей 
    культура
      XVI Международного конкурса-фестиваля музыкального творчества тюркской молодежи «Урал моно - 2012» 
      Башкирский краевед с д.Аминева обьявил конкурс 
      Дни РБ в Москве завершила презентация работ киностудии «Башкортостан» 
    история
      История башкир 
      Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй 
      12 апреля 1961 года он сказал «Поехали!» 
      История башкирского народа в преданиях и легендах 
    Литература
      Татар "дуҫтар" Гүзәл апай Ситдиҡованың яҙған китабын татарсаға әйләндереп татар китабы тип алдап таратып яталар 
      Яҙыусылар ойошмаһының яңы рәйесе - Риф Тойғон! 
      На выборах председателя Союза Писателей сохраняется интрига 
      К 80-летию со дня рождения Рамия Гарипова 
    Политика
      Заявление членов Исполкома Всемирного курултая башкир по Резолюции III конференции Региональной национально-культурной автономии татар РБ 
      Все ли делается в Уфе для того чтобы не было "кондопоги"? 
      Рожденный ползать летит недолго 
      Татарский сьезд принял ожидаемое всеми обращение татар на принципиальное изменение пути развития башкирского народа 
      Башкирские аксакалы призывают оказать недоверие президенту Хамитову 
    Кухня
      Продается натуральный башкирский мёд! 
      Доставка обедов на дом и в офисы 80 рублей. 
      «Мәктәп» пиццаһы 
    Слово автору
      Йыһат Солтанов. 15-се том - томдарымдың һүңғыһы 
      Бала хоҡуҡтарын яҡлайыҡ! 
      Вы как цари не в своем царстве, Решили все уже без нас… Но не отступим мы в бунтарстве, И вам дадим прямой отказ 
      Г.Ситдыҡова: "Йәшлек"тәге "Телмәребеҙҙе тел-тештән һаҡлайыҡ" мәҡәләһенә 
      Карталарҙа башҡорттар-1 
      Как Расуль Ягудин к Бигнову ходил 


    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на
    www.bash-portal.ru обязательна.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .