Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . . : Почта : . . : Наш блог : . Стихи Музыка Литература Фотографии Знакомства Файлы
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное . : Форум : .
    
Поиск

Башкирская хартия Честных Интернет Журналистов - ЧИЖики Туган тел Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Блог президента Башкирии, обращения, жж, хамитов рустэм закиевич Уфа - Доска объявлений, новости, погода, работа в Уфе, автомобили - Уфимский городской портал UFA.RU ufa.stroyka.ru Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив) Союз журналистов Республики Башкортостан


Популярные новости:
  • Татарский сьезд принял ожидаемое всеми обращение татар ...
  • Долгожданный бой башкирского боксера "Чингис-Хан" про ...
  • Хотите полетать над Уфой на самолете? Нет проблем!
  • Башкирская газета "Яшлек" начинает видеоконкурс. На п ...
  • Тема Отв. Посл.
    Учебник для школ. Башкирский язык 0 admin
        
    Партнеры

    Башкирский журнал текэ молодежи 'Шонкар' Башкирский журнал юмора Хэнэк Новости Стерлитамака
    Доска бесплатных объявлений

    Переходы

    Мы работаем для вас!!!


    «    Май 2012    »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
     
    1
    2
    3
    4
    5
    6
    7
    8
    9
    10
    11
    12
    13
    14
    15
    16
    17
    18
    19
    20
    21
    22
    23
    24
    25
    26
    27
    28
    29
    30
    31
     

    МОМЕНТАЛЬНАЯ ОПЛАТА
    за WebMoney, RBK Money,
    MoneyMail, WebCreds,
    Яндекс.Деньги, терминалы

    Погода в Уфе








    Курсы валют:<< >>



    Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат образы
    Новости » Литература
    Салауат Юлаевтың исеме һәр беребеҙгә бик яҡын. Беҙҙең быуын, йәки яңы быуат башҡорттарын Салауат исеме менән «Ҡарауан һарай» эстрада төркөмө лә рухландырҙы. Рәми Ғариповтың һүҙҙәренә Артур Туҡтағолов яҙған «Һай, Салауат» йырын кем генә белмәй икән. Салауаттың шәхесенә был йыр тағы ла ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Ә әҙәбиәткә, бигерәк тә шиғриәткә, килгәндә Салауаттың исеме рухландырмаған башҡорт яҙыусыһын, йә шағирын табыуы ҡыйын. Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Хәниф Кәрим, Хәким Ғиләжев, Ғәйнан Әмири, Абдулхаҡ Игебаев, Ғәзим Шафиҡов, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Рәйес Түләк, Ҡол-Дәүләт, Риф Мифтахов; шағирәләрҙән Кәтибә Кинйәбулатова, Әнисә Таһирова, Тамара Ғәниева, Зәйнәп Биишева, Таңһылыу Ҡарамышева, Тамара Искәндәрова; прозаиктарҙан Булат Рафиҡов, Мирас Иҙелбаев.

    Әүәлерәк С. Юлаевҡа ҡағылышлы ҙур күләмле әҙәби әҫәрҙәр бик күп булмаған, тиһәк тә була. Драматургияның ғына өлөшө табышлыраҡ булды. Дауыт Юлтыйҙың 20-се йылдарҙа яҙған «Салауат менән Пугачев» пьесаһы, Баязит Бикбайҙың Ғалимов Сәләм менән бергә яҙған «Салауат» драмаһы башҡорт драматургияһында Салауат образына күпер һалып ебәрҙеләр. Был әҫәрҙәр Салауат образын бөтә тулылығында асып етмәйҙәр. Тәүгеһендә күберәк Салауаттың бәһлеүән һыны кәүҙәләндерелһә, һуңғыһында батырҙың героик булмышы менән бергә шағирлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ә Салауаттың кеше булараҡ, эске ҡаршылығы, хис-тойғолары, тормош, ғүмер тураһында уйланыуҙары менән танышыуҙан беҙ алыҫ инек.

    Мостай Кәримдең 70-се йылдар аҙағында ижад иткән «Салауат» трагедияһы, ниһайәт, Салауат образын бөтә тулылығында асып бирҙе. Трагедияла батырҙың романтик булмышы, сая рухы, милли ерлеге, идея-эстетик ҡараштары, индивидуаллеге Салауатты аңларға, ҡабул итергә ярҙам итә.

    Яҙыусының: «Башҡортто мәсхәрә иткән мин: уның тәккәбәрлеген, уның сая рухын аяҡ аҫтына һалып тапайым», – тигән тантаналы тауышынан беҙ милли батырыбыҙҙың күңел тормошон үҙебеҙҙеке итеп ҡабул итәбеҙ. Тимәк, уның яҙмышы — халҡыбыҙ яҙмышы. Бөйөк шағирға, халыҡ батырына, юлбашсыһына башҡорттоң үҙ ҡүлы менән ҡамсы һуҡтырмаҡсы булалар. Ниндәй мәсхәрә! Туҡмалған шағир бер хурланһа, уны үҙ ҡулы менән туҡмаған халыҡ мең тапҡыр хурланасаҡ. Халыҡ үҙ батырын ошондай рухи үлемгә дусар итә буламы ни?! Берәү ҙә Салауатты туҡмамай. Уның урынына һәр кем үҙенә һуға.

    Әбей батшаға тоғролоҡҡа ант итергә, ҡылған эштәренә тәүбә итергә ҡушалар. Ләкин Салауат, ғүмере ғәзиз булһа ла, был бойороҡто ла ғорур рәүештә кире ҡаға. Физик яҡтан ҡол ителгән Салауат рухи яҡтан еңеүсе булып сыға. Тәүбә итеүҙең кәрәге юҡ. Ер менән күк, үлгәндәр менән тереләр алдында намыҫы таҙа уның. Салауаттың булмышы шулай булғандыр. Шуға ла ул һәләкәт юлын һайлағандыр. Әбей батша сығарған хөкөм ҡурҡытмай уны — ул бары тик кешелек алдында ғына яуаплы. Шундай баһадир егет итеп кәүҙәләндерелә Мостай Кәримдең Салауаты.

    Заманалар үтер, Салауат образы тағы ла баҙыҡланыр, замансараҡ яңғырар, сағыуыраҡ балҡыр. Һәр заман йырсыһы был образға ҡабатланмаҫ бер биҙәк өҫтәр.

    Обсудить на форуме





     
    | Напечатать | Комментарии (0) Нравится(+) 0 Не нравится(-)
    [23 ноября 2011] | Просмотров: 249 Автор: admin Оцени статью!




    Другие новости по теме:
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • 75 лет Союзу писателей РБ-100
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Һайлауҙан һуң уйланыуҙар


  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    "Йешлек" гэзитенэн сайтынан янылыктар:

    Үәт, ҡыҙыҡ!

    Тауыш тиҙлеге бигерәк ҡыҙыҡ нәмә икән. Бына, мәҫәлән, атай-әсәйҙәр 20 йәшлек балаларына нимәлер әйтһә, ул тауыш ...

    Өс гонаһ хаҡында

    – Өс гонаһ бар, – тине аҡыл эйәһе. Бөтәһе лә тынып ҡалды. – Беренсе гонаһ ‒– ул үс тотоу. Әгәр ҙә күршеңдең һыйыры ...

    Йә Норвегия, йә Чехия

    Финляндия менән Швецияла барған хоккей буйынса донъя беренселеге төркөмдәренең һуңғы уйындары башланды. Кисә кис Рәсәй йыйылма командаһы плей-оффҡа бар ...

    Дело Хабирова

    Дело Хабирова Администрация президента хотела, чтобы Медведева поддержало не менее 300 депутатов, ...

    Отправлен в отставку свердловский губернатор А. Ми ...

    Отправлен в отставку свердловский губернатор А. Мишарин В начале апреля российские политологи ...

    Язык преткновения-NEXT. Федеральный репортаж.

    Язык преткновения-NEXT. Федеральный репортаж. На первом канале в Новостях показали сюжет, весьма ...

    Загружается, подождите...
    Новости
      Страшная авария случилось на трассе Уфа-Челябинск 
      Городам Уфа, Пермь и Казань дальнобойщики обьявили бойкот 
      День Победы в Уфе: программа праздничных мероприятий 
      Утверждена эмблема Года благополучного детства и укрепления семейных ценностей в Республике Башкортостан 
      В России официально определили «роскошные» марки автомобилей 
    культура
      XVI Международного конкурса-фестиваля музыкального творчества тюркской молодежи «Урал моно - 2012» 
      Башкирский краевед с д.Аминева обьявил конкурс 
      Дни РБ в Москве завершила презентация работ киностудии «Башкортостан» 
    история
      История башкир 
      Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй 
      12 апреля 1961 года он сказал «Поехали!» 
      История башкирского народа в преданиях и легендах 
    Литература
      Татар "дуҫтар" Гүзәл апай Ситдиҡованың яҙған китабын татарсаға әйләндереп татар китабы тип алдап таратып яталар 
      Яҙыусылар ойошмаһының яңы рәйесе - Риф Тойғон! 
      На выборах председателя Союза Писателей сохраняется интрига 
      К 80-летию со дня рождения Рамия Гарипова 
    Политика
      Заявление членов Исполкома Всемирного курултая башкир по Резолюции III конференции Региональной национально-культурной автономии татар РБ 
      Все ли делается в Уфе для того чтобы не было "кондопоги"? 
      Рожденный ползать летит недолго 
      Татарский сьезд принял ожидаемое всеми обращение татар на принципиальное изменение пути развития башкирского народа 
      Башкирские аксакалы призывают оказать недоверие президенту Хамитову 
    Кухня
      Продается натуральный башкирский мёд! 
      Доставка обедов на дом и в офисы 80 рублей. 
      «Мәктәп» пиццаһы 
    Слово автору
      Йыһат Солтанов. 15-се том - томдарымдың һүңғыһы 
      Бала хоҡуҡтарын яҡлайыҡ! 
      Вы как цари не в своем царстве, Решили все уже без нас… Но не отступим мы в бунтарстве, И вам дадим прямой отказ 
      Г.Ситдыҡова: "Йәшлек"тәге "Телмәребеҙҙе тел-тештән һаҡлайыҡ" мәҡәләһенә 
      Карталарҙа башҡорттар-1 
      Как Расуль Ягудин к Бигнову ходил 


    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на
    www.bash-portal.ru обязательна.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .