Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . . : Почта : . . : Наш блог : . Стихи Музыка Литература Фотографии Знакомства Файлы
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное . : Форум : .
    
Поиск

Башкирская хартия Честных Интернет Журналистов - ЧИЖики Туган тел Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Блог президента Башкирии, обращения, жж, хамитов рустэм закиевич Уфа - Доска объявлений, новости, погода, работа в Уфе, автомобили - Уфимский городской портал UFA.RU ufa.stroyka.ru Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив) Союз журналистов Республики Башкортостан


Популярные новости:
  • Татарский сьезд принял ожидаемое всеми обращение татар ...
  • Долгожданный бой башкирского боксера "Чингис-Хан" про ...
  • Хотите полетать над Уфой на самолете? Нет проблем!
  • Башкирская газета "Яшлек" начинает видеоконкурс. На п ...
  • Тема Отв. Посл.
    Учебник для школ. Башкирский язык 0 admin
        
    Партнеры

    Башкирский журнал текэ молодежи 'Шонкар' Башкирский журнал юмора Хэнэк Новости Стерлитамака
    Доска бесплатных объявлений

    Переходы

    Мы работаем для вас!!!

    Мебель б/у: мягкая мебель. Мебель из массива дерева. | cheap auto insurance online pa | car insurance quotes nj


    «    Май 2012    »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
     
    1
    2
    3
    4
    5
    6
    7
    8
    9
    10
    11
    12
    13
    14
    15
    16
    17
    18
    19
    20
    21
    22
    23
    24
    25
    26
    27
    28
    29
    30
    31
     

    МОМЕНТАЛЬНАЯ ОПЛАТА
    за WebMoney, RBK Money,
    MoneyMail, WebCreds,
    Яндекс.Деньги, терминалы

    Погода в Уфе








    Курсы валют:<< >>



    Әсә күңеле балала, ә бала...
    Новости » Слово автору
    &#1240;с&#1241;  к&#1199;&#1187;еле  балала, &#1241; бала...- “Ведьма, ишачка, г..но, когда же ты сдохнешь?” – тип, 50 йәшлек Гөлнара 80 йәшлек әсәһен йоҙроҡтары менән төйә, аяҡтары менән типкеләй. Уға ағаһы Замирҙың 23 йәшлек ҡыҙы Наилә ярҙам итә, уның ҡулында оҙаҡ үткерләүҙән нәҙегәйгән бысаҡ.
    - “Уф Аллам! Балаҡайҙар, етәр, үлтерәһегеҙ бит! У нас же гостья, стыдно!”

    1972 йылда минең иремде (ул Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң Үзбәкстанға эшкә тәғәйенләнгәйне) Мөбәрәк Нефтегазразведка экспедицияһына үрләтеп күсерҙеләр.
    Тыуған ерҙән ситтә йәшәгәндә үҙ милләттәштәреңә тартылаһың. Мөбәрәктә йәшәп ятҡан Бикташевтар ғаиләһе менән танышып, ҡатнашып йәшәй башланыҡ. Ул ваҡытта Хәҙис Суфиянович механика мастерскойында начальник, ә Лилиә апай балалар баҡсаһында эшләй ине. Ике ул, ике ҡыҙҙары булып, өсөһө мәктәптә уҡый, ә бәләкәй улдары балалар баҡсаһында йөрөй ине. Беҙҙең дә ике бала Лилиә апай эшләгән баҡсаға йөрөй башланылар.
    Байрамдарҙы, тантаналы көндәрҙе бергәләп билдәләп, үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшеп, кәңәш, ярҙам итешеп, гөрләшеп йәшәнек.
    1976 йылда иремде Ҡарағалпаҡстан нефтегазразведкаһына күсерҙеләр һәм ошонан бирле беҙҙең аралашыу өҙөлдө, сөнки 1978 йылда уҡ мин ғаиләм менән тыуған илгә ҡайттым.

    2006 йылда уртаҡ таныштар аша Бикташевтар ғаиләһенең дә Башҡортостанға ҡайтыуын белдем. Улар Ҡырмыҫҡалы районының Прибельск поселогында урынлашҡандар икән. Мин йәһәт кенә йыйынып, уларҙы күрергә киттем. Хәҙис ағай менән Лилиә апай Прибельскиҙа һатып алған йорттарын рәткә килтереп мәж булалар, төкөтмә төҙөйҙәр. Улар менән оло ҡыҙҙары Гөлнара, шул уҡ поселокта үҙ ғаиләһе менән кесе ҡыҙҙары Гүзәл йәшәй икән. 30 йылдан һуң күрешкәс, үткәндәрҙе иҫкә алып, яңылыҡтар менән уртаҡлашып алдыҡ. Мобиль телефон номерҙары менән алмашып, мин иртәгеһен үк Өфөгә ҡайттым.
    2007 йыл башында мин Испанияға киттем һәм ике йыл унда булғандан һуң ҡайтҡас, Бикташевтар менән ҡапыл ғына бәйләнешкә сыға алманым – телефон номерҙары үҙгәреп бөткән ине.

    Әйтергә кәрәк, балаларым ҙурайып, үҙ аллы тормош башлағас, мин сәйәхәтсе юлын һайланым. Үҙебеҙҙең илде арҡыры – буй йөрөп сыҡҡандан һуң сит илдәрҙе күрергә булдым. Пенсия бәләкәй булғас, берәй эшкә инеп бер аҙ аҡса йыям да, “автостоп” ысулы менән сәйәхәткә сығып китәм. Шул рәүеш менән 32 илде күреп ҡайттым да инде. Испанияла оҙаҡ йәшәүемдең сәбәбе – бер аҙ испан телен өйрәнеп, Латин Америкаһы илдәренә барып ҡайтыу ине. Урта быуаттарҙа иң шәп диңгеҙ гиҙеүселәр испан һәм португаллылар булып, баҫып алынған Көньяҡ Америка илдәренең 19 – нда хөкүмәт тел булып испан теле тора. Шуға ла минең алдағы планымда Латин Америкаһы илдәрендә булып ҡайтыу өсөн испан телен мөмкин тиклем үҙләштереү кәрәк ине.

    2010 йылдың 31 декабрь көнөндә сумка – тележкама күстәнәстәр, бүләктәр тейәп, көндөҙ үк Прибельскиға киттем. 5 йыл тағы ла бәйләнеш булмағас, Бикташевтар ғаиләһен унда осратмаһам, кире оло юлға сығып, үҙемдең тыуған яҡтарға - Бөрйәнгә ҡайтырға уйланым.
    Газель менән Прибельскиға килеп төштөм һәм ике йәш ҡатынды осратып, Бикташевтар тураһында һораштым. Йәш ҡатындар тап уларҙың күршеләре булып сыҡты. Уларҙан аша ғына йәшәүҙәрен әйтеп, минең тележканы һөйрәшеп алып киттеләр. Улар Хәҙис ағайҙың 7 ай элек мәрхүм булыуын, ә Лилиә апайҙың әле генә магазиндан ҡайтыуын әйттеләр. Ханымдар Бикташевтар йортона килеп еткәс, ишек шаҡып, ҡунаҡ килтереүҙәре тураһында һөйөнсөләнеләр. Ишектән Лилиә апай сығып күрешкәс, мине ҡосаҡлап алып, ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе:
    - “Гульнара, ҡыҙым, какое счастье к нам привалило! Сания к нам на Новый год приехала!”
    Өйҙә был ваҡытта инде иллеһен тултырған, яңғыҙаҡ ҡартайып килгән ҡыҙы Гөлнара, кесе ҡыҙы Гүзәлдең студент улы, оло улы Замирҙың 23 йәшлек ҡыҙы Наилә бар ине. Шунда уҡ 2 – 3 йәштәрҙәге ир бала йүгереп йөрөй. Сәй ҡуйҙылар. Бер вино сығарҙылар. Күмәкләп Хәҙис ағайҙы хәтерләп алдыҡ. Студент егет үҙ өйөнә, атаһы янына ҡайтып китте. Әсәһе Гүзәлдең вахта менән Төмәндә эшләүе, был Яңы йылды шунда үткәрәсәген әйтте. Наиләнең ата – әсәһе лә, йәғни Лилиә апайҙың оло улы Замир менән килене лә Төмәндә эшләйҙәр икән. Замирҙың нефть тармағында ҙур начальник булып аҡсаны күп алыуы, Мәсетлелә ике ҡатлы өйҙә шәп йәшәүе тураһында ғорурланып һөйләне әсә кеше. Бәләкәй улы Дамирҙың да нефть тармағында эшләүен, шулай уҡ һәйбәт итеп Салауат ҡалаһында йәшәүе менән дә ғорурланды.


    Яңы йылды бергәләп ҡаршылау тураһында Лилиә апай минең ризалығымды алғас, мин үҙемдең тыуған яҡҡа ҡайтыуҙы ҡуйып, ҡалырға булдым. Күстәнәстәремде сығарып Гөлнараға тапшырҙым.
    Мин үҙебеҙҙең милли аштарҙы яратып әҙерләйем. Туңдырғыста һәр ваҡыт бешереүгә әҙерләнгән тултырма, ҡаҙылыҡ, эсәк - ҡарын була. Күстәнәстәрем араһында һаман да туң көйө тултырма, ҡаҙылыҡ та бар ине. Йорт хужабикәләре бындай аш менән булышҡандары, бешергәндәре булмауын әйткәс, мин үҙем әҙерләргә булдым. Киң һауыт булмағас, миңә табаҡ индереп бирҙеләр. Мин был аштарҙы киске туғыҙҙарға ҡарай әҙерләргә, ә шампанскиҙы төнгө ун икелә асырбыҙ тип белдерҙем һәм плита янына ултырҙым. Ҡатын – ҡыҙҙар белә инде, эсәккә тултырылған әйберҙе ипләп кенә, тандыр менән генә ҡайнатып бешерер кәрәк. Мин плита эргәһендә ултырғанда таҡта бүлем артында ҡыҙы менән ейәне Лилиә апайға бәйләнә башланылар. Лилиә апайҙың ейәнен мин ғүмерҙә беренсе күреүем, ә ҡыҙы Гөлнараны күп ваҡыттан һуң икенсегә осратыуым ине. Уларҙың үҙ-ара мөғәләмәләрен, ҡылыҡтарын белмәйем. Шуға күрә аптырап, “ҡайҙа килеп эләктем мин?” тип ултырам. Ә хәл ҡыҙа бара. Тиҙҙән ҡатындар 80 йәшлек ҡарсыҡты туҙға яҙмаған, әсәй, өләсәйгә ғүмерҙә әйтергә ярамаған һүҙҙәр менән йәберләй башланылар: “Ведьма, ишачка, говно”. Лилиә апай: “Сеүегеҙ, балалар, гость же дома”- тип ҡараһа ла тегеләре уға иғтибар итмәй.
    Тиҙҙән һуҡҡылаған, типкеләгән тауыштар, Лилиә апайҙың ыңғырашыуы, ялбарыуы ишетелде: “Не трогайте меня, вы же убьете меня”.
    Мин инде түҙеп ултыра алманым. “Что вы делаете” тип барып сыҡҡан ваҡытта Гөлнара әсәһенә йоҙроҡлап һуға, тибә, ә Наилә оҙаҡ үткерләүҙән нәҙегәйеп ҡалған бысаҡты уң ҡулында тотоп, өләсәһенә киҙәнә ине. Лилиә апай элгестәге кейем аҫтына сүгәләп ултырған. Бите тоташ яра, ҡан, күк, уң яҡ сикәһендә Наиләнең бысағы киҫкән яра.
    Ярһыған, ҡан күреүҙән ҡыҙған ике ҡатын туҡтау урынына миңә ябырылдылар. Наилә бысағын минең эскә төҙләп ынтылғас, мин артҡа сиктем һәм аяҡ аҫтындағы кейемдәргә эләгеп ултыра төштөм. Наиләнең икенсе киҙәнеүе башыма тура килде. Бысаҡ ҡан тамырын киҫкәндер инде, башымдан йылы ҡан шаулап аға башланы. Бөтә сәсем, күҙҙәрем, биттәрем буйлап кейемдәремә төштө. Шул уҡ ваҡытта төпәләүҙәр башҡа, ҡулбаштарға эләгә. Үлемем ошонда булыр ине, әгәр кеҫәмдә телефон шылтырай башламаһа. Килгәне бирле бер нисә ҡотлау алғайным инде. Был юлы Динә исемле танышым Өфөнән тыуып килгән Яңы йыл менән ҡотлап шылтырата икән. Ҡатындар бер аҙ туҡтап торҙолар. Мин телефонға: “Дина, меня тут убивают!” – тип ҡысҡырҙым да, илап ебәрҙем. Ҡайҙалығымды саҡ – саҡ әйтә алдым. Тиҙҙән икенсе бер танышым шылтыратты: “Саҡ ҡына түҙ, тиҙҙән һиңә скорая помощь менән милиция бара”- тине. Салауат тигән милиционер килеп инде һәм мине участка больницаһына алып китте.

    Лилиә апайҙың хәле ауыр, йөҙө тотош яра, ҡан, бөтә тәнендә лә яңы һәм иҫке яралар, күгәргән урындар. Шулай булһа ла больницаға барыуҙан баш тартты: “Ҡуй, бармайым, береһе үҙ ҡыҙым, тегенеһенең йәш балаһы бар” – ти.

    Бөтә ил буйлап, 32 башҡа илдәрҙә лә бер үҙем сәйәхәт итеп, мине буш ултыртып алып барырға риза водителдәрҙе “автостоп” ысулы менән туҡтатып, бер ниндәй насар хәлгә тарымаған кеше шулай итеп Прибельскиҙа ике шашҡан ҡатын ҡулынан үлә яҙҙым. Әгәр телефон шылтырамаһа, Лилиә апайҙы ла, мине лә улар үлтерер ине.
    Больницала ҡанымды туҡтатып, башымды бинт менән ап-аҡ итеп бәйләһәләр ҙә, хәлем ауыр. Медичкаларға үҙемдең диабетик, гипертоник икәнемде, йәһәт кенә инсулин ҡаҙау кәрәклеген әйттем. Шәкәр 25 – тән артыҡҡа һикергән. Больницала инсулин юҡ. Шприцым сумкала тиһәм дә, медичкалар әйләндереп – тулғандырып ҡараһалар ҙа, тапманылар, ә шприц унда ятҡан (Яңы йыл еткәйне бит инде).
    Көс - хәл менән иртән Өфөгә ҡайтырға булдым. Мине оҙатҡанда Лилиә апай: “Бәхил бул инде, күп йәшәмәм, үлермен, икенсе тапҡыр күрмәмдер һине” – тип ҡалды.
    Лилиә апай бер кемгә лә үҙенең хәлен һөйләмәй, үлемдән оят көслө, тигән ҡанун менән йәшәгән кеше. Шуға ла Гөлнара менән Наилә шашҡандар ҙа инде. Улар 80 йәшлек ҡарсыҡты даими туҡмап торғандар икән. Тере сағында Хәҙис ағайға ла йәберләүҙәр эләккән. Уға ла “Гавно, сейчас глаз выколю ” – тип йоҙроҡ төйнәүҙәр ғәҙәти хәл булған. Өлкән улы Замир ҙа ата – әсәһенең йәнен ҡыйып, килһә эсеп, болғанлап ҡына китер булған. Лилиә апайҙың 86 йәшлек апаһы Өфөлә йәшәй, унан башҡа тағы өс ҡыҙ туғаны бар икән. Улар барыһы ла Лилиә апайҙың хәлен уйлап хафалана, ә Лилиә апай минән:
    - “Ҡыҙҙар өҫтөнән ғариза бирмә инде” – тип ялбара.
    Шартлы хөкөм аҫтында булған Наиләне төрмәнән атаһы түләп алып ҡалған, тинеләр.
    Әле лә суд медэкспертиза һөҙөмтәһе ебәрелеүгә ҡарамаҫтан, Ҡырмыҫҡалы РОВД – нан миңә бер ниндәй хәбәр килмәне. Мин ошо көнгә тиклем больница юлында йөрөйөм. Ике бысаҡ яраһына перевязкаларға йөрөнөм.
    Минән гел генә “Ҡурҡмайһыңмы яңғыҙың белмәгән илдәрҙә йөрөргә?” – тип һорайҙар. Бына хәҙер беләһегеҙ инде, кемдән ҡурҡырға кәрәк. Аҡса биреп, хөкөмдән алып ҡалынған ҡатын тағы ла берәүгә ҡул күтәрмәҫ тип кем гарантия бирер? Ә Наиләнең атаһы Замир Бикташев һәм уның ҡатыны миңә ҡыҙҙарының ҡылғаны өсөн хатта ғәфү үтенеп шылтыратманылар ҙа.


    Сагитова Сания

    Обсудить на форуме





     
    | Напечатать | Комментарии (4) Нравится(+) +4 Не нравится(-)
    [8 июня 2011] | Просмотров: 1771 Автор: admin Оцени статью!




    Другие новости по теме:
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Кәк-күк


  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    "Йешлек" гэзитенэн сайтынан янылыктар:

    Үәт, ҡыҙыҡ!

    Тауыш тиҙлеге бигерәк ҡыҙыҡ нәмә икән. Бына, мәҫәлән, атай-әсәйҙәр 20 йәшлек балаларына нимәлер әйтһә, ул тауыш ...

    Өс гонаһ хаҡында

    – Өс гонаһ бар, – тине аҡыл эйәһе. Бөтәһе лә тынып ҡалды. – Беренсе гонаһ ‒– ул үс тотоу. Әгәр ҙә күршеңдең һыйыры ...

    Йә Норвегия, йә Чехия

    Финляндия менән Швецияла барған хоккей буйынса донъя беренселеге төркөмдәренең һуңғы уйындары башланды. Кисә кис Рәсәй йыйылма командаһы плей-оффҡа бар ...

    Дело Хабирова

    Дело Хабирова Администрация президента хотела, чтобы Медведева поддержало не менее 300 депутатов, ...

    Отправлен в отставку свердловский губернатор А. Ми ...

    Отправлен в отставку свердловский губернатор А. Мишарин В начале апреля российские политологи ...

    Язык преткновения-NEXT. Федеральный репортаж.

    Язык преткновения-NEXT. Федеральный репортаж. На первом канале в Новостях показали сюжет, весьма ...

    Загружается, подождите...
    Новости
      Страшная авария случилось на трассе Уфа-Челябинск 
      Городам Уфа, Пермь и Казань дальнобойщики обьявили бойкот 
      День Победы в Уфе: программа праздничных мероприятий 
      Утверждена эмблема Года благополучного детства и укрепления семейных ценностей в Республике Башкортостан 
      В России официально определили «роскошные» марки автомобилей 
    культура
      XVI Международного конкурса-фестиваля музыкального творчества тюркской молодежи «Урал моно - 2012» 
      Башкирский краевед с д.Аминева обьявил конкурс 
      Дни РБ в Москве завершила презентация работ киностудии «Башкортостан» 
    история
      История башкир 
      Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй 
      12 апреля 1961 года он сказал «Поехали!» 
      История башкирского народа в преданиях и легендах 
    Литература
      Татар "дуҫтар" Гүзәл апай Ситдиҡованың яҙған китабын татарсаға әйләндереп татар китабы тип алдап таратып яталар 
      Яҙыусылар ойошмаһының яңы рәйесе - Риф Тойғон! 
      На выборах председателя Союза Писателей сохраняется интрига 
      К 80-летию со дня рождения Рамия Гарипова 
    Политика
      Заявление членов Исполкома Всемирного курултая башкир по Резолюции III конференции Региональной национально-культурной автономии татар РБ 
      Все ли делается в Уфе для того чтобы не было "кондопоги"? 
      Рожденный ползать летит недолго 
      Татарский сьезд принял ожидаемое всеми обращение татар на принципиальное изменение пути развития башкирского народа 
      Башкирские аксакалы призывают оказать недоверие президенту Хамитову 
    Кухня
      Продается натуральный башкирский мёд! 
      Доставка обедов на дом и в офисы 80 рублей. 
      «Мәктәп» пиццаһы 
    Слово автору
      Йыһат Солтанов. 15-се том - томдарымдың һүңғыһы 
      Бала хоҡуҡтарын яҡлайыҡ! 
      Вы как цари не в своем царстве, Решили все уже без нас… Но не отступим мы в бунтарстве, И вам дадим прямой отказ 
      Г.Ситдыҡова: "Йәшлек"тәге "Телмәребеҙҙе тел-тештән һаҡлайыҡ" мәҡәләһенә 
      Карталарҙа башҡорттар-1 
      Как Расуль Ягудин к Бигнову ходил 


    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на
    www.bash-portal.ru обязательна.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .