Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . . : Почта : . . : Наш блог : . Стихи Музыка Литература Фотографии Знакомства Файлы
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное . : Форум : .
    
Поиск

Башкирская хартия Честных Интернет Журналистов - ЧИЖики Туган тел Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Блог президента Башкирии, обращения, жж, хамитов рустэм закиевич Уфа - Доска объявлений, новости, погода, работа в Уфе, автомобили - Уфимский городской портал UFA.RU ufa.stroyka.ru Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив) Союз журналистов Республики Башкортостан


Популярные новости:
  • Татарский сьезд принял ожидаемое всеми обращение татар ...
  • Долгожданный бой башкирского боксера "Чингис-Хан" про ...
  • Хотите полетать над Уфой на самолете? Нет проблем!
  • Башкирская газета "Яшлек" начинает видеоконкурс. На п ...
  • Тема Отв. Посл.
    Учебник для школ. Башкирский язык 0 admin
        
    Партнеры

    Башкирский журнал текэ молодежи 'Шонкар' Башкирский журнал юмора Хэнэк Новости Стерлитамака
    Доска бесплатных объявлений

    Переходы

    Мы работаем для вас!!!

    Гибкий хостинг регистрация доменов.


    «    Май 2012    »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
     
    1
    2
    3
    4
    5
    6
    7
    8
    9
    10
    11
    12
    13
    14
    15
    16
    17
    18
    19
    20
    21
    22
    23
    24
    25
    26
    27
    28
    29
    30
    31
     

    МОМЕНТАЛЬНАЯ ОПЛАТА
    за WebMoney, RBK Money,
    MoneyMail, WebCreds,
    Яндекс.Деньги, терминалы

    Погода в Уфе








    Курсы валют:<< >>



    Карталарҙа башҡорттар-1
    Новости » Слово автору
    Тарих һәм сәйәсәт

    Теләгән бер илдә, теләгән бер режим хакимиәтендә тарих фәне сәйәсәткә бәйле булды, була һәм буласаҡ, сөнки хакимлыҡ ҡылыусы партия, төркөм, монарх, диктатор һәм шулай уҡ илдә күпселек тәшкил итеп өҫтөнлөк алған этнос тарих тигән ҡөҙрәтле идеологик ҡоралды үҙ ҡулында тоторға, үҙ файҙаһына егергә -- был өлкәнең монополисы булырға тырыша. Ошо классик хәл Рәсәй империяһының өҫтөнлөк итеүсе этносының мәғрифәтле вәкилдәре тарафынан булдырылған һәм шул этносҡа хеҙмәт иткән урыҫ тарих мәктәбенең күп быуатлыҡ эшмәкәрлегендә сағыла. Һуңғы 350 йыл буйына бөтә көстәренән улар был мәктәптең нигеҙҙәрен һипләне һәм өҫҡоролмаларын нығытты, империя ҡыҫаһындағы төрлө халыҡтарҙың империяға итәғәтле зыялыларын урыҫ тарих мәктәбе аша үткәреп тәрбиәләне, көслө дәүләт аппаратының бөтә сараларын ҡулланып, шул мәктәптең рухи ҡолдарының тотороҡло ҡатламын барлыҡҡа килтерҙе; быны үҙебеҙҙең сағыштырмаса бәләкәй халҡыбыҙҙың рухи тормошонда күп күрҙек һәм күрәбеҙ – империя мәктәптәре аша ғилми дәрәжәләргә ирешкән “белгес”тәребеҙҙең күпселеге, үҙ баштары менән түгел, ә “юғарынан” алмаштырып ҡуйылған сүлмәкбаш менән эшләй. Шуға күрә ошоғаса үҙебеҙҙең ысын тарихыбыҙҙы белмәйбеҙ, йәки, белһәк тә, өҫтөнән тапап үтәбеҙ. Ғалимдарыбыҙҙың шул ҡылыйлығы милли мәҙәниәт әһелдәренә күсә лә шулар аша хәтерһеҙлек сире халҡыбыҙға таратыла – маңҡорттарыбыҙ ярала. Бының күргәҙмәле һабағы итеп Башҡортостандың халыҡ шағиры дәрәжәһенә ирешкән һәм хатта ҡыҙыл империяның алтын йондоҙо менән бүләкләнгән инсаныбыҙ эшмәкәрлегенән бер-нисә үрнәк килтереү ҙә етә:
    «По обе стороны от Урала — от Волги до Иртыша (шулай ҙа ҡабул ҡылған бит тарихи Башҡортостандың мин билдәләгән сиктәрен! — Й.С.) — на протяжении тысячелетия скитались башкирские племена, гонимые всеми ветрами исторической судьбы (Башҡортостан тигән илебеҙ булмаған!.. — Й.С.)... Вплоть до 1919 года... не имели ни своей собственной крыши над головой, ни прочной ограды на рубежах, иными словами, не имели своей государственности». (М. Карим. Тепло родного очага. «Советская Башкирия» гәзитенең 1972 йыл 1 май һаны). Һәм йәнә:
    «Беҙ фәҡир булдыҡ... Беҙ артта ҡалғайныҡ... Беҙ... белемле түгел инек... Әлбиттә, ул алыҫ замандарҙа ла, мәҫәлән, Парижға беҙҙең йырсыны йәки ҡурайсыны (бөйөк ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевты йәғни. – Й.С.) алып барыр булғандар, ләкин бүтәндәрҙе шаҡ-ҡатырған өсөн ҡырағай кеше итеп күрһәтергә саҡырғандар». (Мостай Кәрим. Бөйөк Октябрь революцияһының 70 йыллығы айҡанлы Башҡорт опера һәм балет академия театрында тантаналы ултырышта һөйләгән телмәренән. «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 1987 йыл 6 ноябрь һаны).
    «Мине һәр саҡта ла күңел төпкөлөнән сыҡҡан ике тойғо етәкләне, — ти ул, — совет интернационализмы һәм милли үҙаң. Бында мин милли үҙаңды милли ирәбелектең һәм милли тыйнаҡлыҡтың юғары сағылышы тип аңланым һәм аңлайым. Ҡайһы саҡта ана шул тыйнаҡлыҡты юғалтыуҙы төҫмөрләһәм, үкенесле булып китә. Был, мәҫәлән, ҡайһы бер әҙәбиәтсе һәм тарихсыларҙың ата-бабаларҙың культура тарихындағы сигенә сыҡҡыһыҙ мәртәбәләрен дәғүәләүҙә, дөйөм төрки, хатта дөйөм кешелек ҡомартҡыларынан бары тик үҙенекен, бары тик «беҙҙең» һыныҡты ғына һындырырға маташыуында сағылыш таба. Ундай юл менән барһаҡ, беҙҙең боронғо зат-ырыуыбыҙ тәгәрмәс майын кешелек тәгәрмәстең үҙен уйлап тапҡанға тиклем үк әҙерләй башлаған, тип анһат ҡына иҫбатларға ла мөмкин»... (Мостай Кәрим. XXXVII Башҡортостан өлкә партия конференцияһында һөйләгән телмәренән. «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 1984 йыл 21 ғинуар һаны).
    Аңлатма: «Ағиҙел» журналының 1982 һәм 1984 йылдарҙағы дүрт һанында Йыһат Солтановтың «Урал батыр шәжәрәһе» тигән тәүәрихе ташҡа баҫылып, журналдың йыллыҡ бүләгенә лә лайыҡлы булғайны һәм был хеҙмәттә йылҡы малын беренсе башлап ҡулға эйәләштереү, донъялағы беренсе арасалы тәгәрмәсте яһау үҙебеҙҙең Уралда — башҡорт бабалар тарафынан башҡарылыуы комплекслы тикшеренеүҙәргә таянып иҫбатланғайны...
    1984 йыл, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 21 июнь һанында:
    «РСФСР-ҙың унынсы саҡырылыш Верховный Советының туғыҙынсы сессияһында КПСС Үҙәк Комитетының апрель (1984 йыл) Пленумы, СССР-ҙың ун беренсе саҡырылыш Верховный Советының беренсе сессияһы ҡарарҙары, КПСС Үҙәк Комитетының Генарльный секретаре, СССР Верховный Советы Президиумы Председателе К.У. Черненконың уларҙа яһаған сығыштары нигеҙендә Россия Федерацияһы халыҡ депутаттары Советтарының бурыстары тикшерелә. 20 июндә ул Мәскәүҙә Кремлдең Ҙур һарайында эшен дауам итте.
    Депутаттар һәм ҡунаҡтар В.И. Воротников, Г.В. Романов, В.В. Кузнецов, И.В. Капитонов иптәштәрҙе оҙаҡ ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алды».
    Ҡайһындай ҙа ҙур форум һәм ҡайһындай ҙа мәртәбәле кешеләр! Бөйөк державаның бөйөк мәсьәләләрен уртаға һалып хәл ҡылырлыҡ был оло йыйынға Башҡортостан вәкиле лә республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың ошоғаса хәл ҡылынмаған ихтыяждарын һәм мохтажлыҡтарын ҡыйыу илтеп һалғандыр ҙа хәл ителеүенә өлгәшкәндер, тигән өмөт уяна. Әммә-ләкин...
    Бына шул бөйөк форумда Башҡорт АССР-ы Әлшәй һайлау округынан халыҡ депутаты, РСФСР Верховный Советы Председателенең урынбаҫары М. С. Кәримов (Мостай Кәрим) телмәренең «изюминка»һы:
    «Ҡайһы берҙә теге йәки был йән көйҙөргөс факттарҙы осратырға тура килә... Милли республикаларҙан, милли тыйнаҡлыҡ һәм фәнни объективлыҡ тойғоһон юғалтҡан бәғзе бер тарихсылар йәки әҙәбиәтселәр тарихты күпертеп күрһәтеүгә, үткәндәрҙе ал да гөл итеп тасуирларға тотона, боронғо ҡомартҡыларҙан үҙенә өлөш ҡайырырға һәм шунда үҙ мөһөрөн баҫырға тырыша; йәнәһе, улар башҡалар көнләшһен өсөн бик боронғо культураға ҡыҫылышы барлығын иҫбатламаҡсы. Бер милли әҙип нәҡ уның ата-олатайҙарының тәгәрмәсте уйлап табыуын тылҡый. Бындай саҡта инде башҡа берәүгә тәгәрмәс майлау өсөн дегет ҡайнатҡандарын иҫбатларға тотоноу бер ни тормай; имеш, тегеләр тәгәрмәс менән булашҡанда уныҡылар дегетте күпкә элегерәк яһаған. Үткәндәргә ошондай, әгәр әйтергә рөхсәт икән, «киң» ҡараш — беҙҙең социалистик тормошобоҙ нормаларына бер нисек тә тап килмәгән милли сикләнгәнлек билдәһе ул».
    Иллә тапҡан даһа Башҡортостан исеменән бөйөк держава форумында хәл ҡылаһы олуғ проблеманы!..
    Донъяға танылған әҙип Сыңғыҙ Айытматовтың әсе иронияһы яңғыраны тап шул осорҙа:

    Зигат Султанов

    Обсудить на форуме





     
    | Напечатать | Комментарии (3) Нравится(+) +2 Не нравится(-)
    [11 июля 2011] | Просмотров: 1686 Автор: admin Оцени статью!




    Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН
  • Йәй
  • Сәйҙәш балҡышы


  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    "Йешлек" гэзитенэн сайтынан янылыктар:

    Үәт, ҡыҙыҡ!

    Тауыш тиҙлеге бигерәк ҡыҙыҡ нәмә икән. Бына, мәҫәлән, атай-әсәйҙәр 20 йәшлек балаларына нимәлер әйтһә, ул тауыш ...

    Өс гонаһ хаҡында

    – Өс гонаһ бар, – тине аҡыл эйәһе. Бөтәһе лә тынып ҡалды. – Беренсе гонаһ ‒– ул үс тотоу. Әгәр ҙә күршеңдең һыйыры ...

    Йә Норвегия, йә Чехия

    Финляндия менән Швецияла барған хоккей буйынса донъя беренселеге төркөмдәренең һуңғы уйындары башланды. Кисә кис Рәсәй йыйылма командаһы плей-оффҡа бар ...

    Дело Хабирова

    Дело Хабирова Администрация президента хотела, чтобы Медведева поддержало не менее 300 депутатов, ...

    Отправлен в отставку свердловский губернатор А. Ми ...

    Отправлен в отставку свердловский губернатор А. Мишарин В начале апреля российские политологи ...

    Язык преткновения-NEXT. Федеральный репортаж.

    Язык преткновения-NEXT. Федеральный репортаж. На первом канале в Новостях показали сюжет, весьма ...

    Загружается, подождите...
    Новости
      Страшная авария случилось на трассе Уфа-Челябинск 
      Городам Уфа, Пермь и Казань дальнобойщики обьявили бойкот 
      День Победы в Уфе: программа праздничных мероприятий 
      Утверждена эмблема Года благополучного детства и укрепления семейных ценностей в Республике Башкортостан 
      В России официально определили «роскошные» марки автомобилей 
    культура
      XVI Международного конкурса-фестиваля музыкального творчества тюркской молодежи «Урал моно - 2012» 
      Башкирский краевед с д.Аминева обьявил конкурс 
      Дни РБ в Москве завершила презентация работ киностудии «Башкортостан» 
    история
      История башкир 
      Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй 
      12 апреля 1961 года он сказал «Поехали!» 
      История башкирского народа в преданиях и легендах 
    Литература
      Татар "дуҫтар" Гүзәл апай Ситдиҡованың яҙған китабын татарсаға әйләндереп татар китабы тип алдап таратып яталар 
      Яҙыусылар ойошмаһының яңы рәйесе - Риф Тойғон! 
      На выборах председателя Союза Писателей сохраняется интрига 
      К 80-летию со дня рождения Рамия Гарипова 
    Политика
      Заявление членов Исполкома Всемирного курултая башкир по Резолюции III конференции Региональной национально-культурной автономии татар РБ 
      Все ли делается в Уфе для того чтобы не было "кондопоги"? 
      Рожденный ползать летит недолго 
      Татарский сьезд принял ожидаемое всеми обращение татар на принципиальное изменение пути развития башкирского народа 
      Башкирские аксакалы призывают оказать недоверие президенту Хамитову 
    Кухня
      Продается натуральный башкирский мёд! 
      Доставка обедов на дом и в офисы 80 рублей. 
      «Мәктәп» пиццаһы 
    Слово автору
      Йыһат Солтанов. 15-се том - томдарымдың һүңғыһы 
      Бала хоҡуҡтарын яҡлайыҡ! 
      Вы как цари не в своем царстве, Решили все уже без нас… Но не отступим мы в бунтарстве, И вам дадим прямой отказ 
      Г.Ситдыҡова: "Йәшлек"тәге "Телмәребеҙҙе тел-тештән һаҡлайыҡ" мәҡәләһенә 
      Карталарҙа башҡорттар-1 
      Как Расуль Ягудин к Бигнову ходил 


    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на
    www.bash-portal.ru обязательна.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .