Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге йыйылышҡа саҡыра |
Новости » Политика |
Республика райондарындағы, ҡалаларындағы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге филиалдары, урындағы башҡорт йәштәре, ырыу һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары етәкселәренә
РФ Президентын һайлау компанияһы башланыу сәбәпле Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә башҡорт йәмәғәт берекмәләре үҙ инициативалары менән зона йыйылыштары үткәрергә әҙерләнә. Билдәле булыуынса, «Урал» үҙәгенең филиалдары 5 зонаға (төбәккә) бүленгән: көнъяҡ-көнсығыш (үҙәк – Сибай), үҙәк (үҙәк – Өфө), көнъяҡ-көнбайыш (үҙәк – Салауат), төнъяҡ-көнбайыш (үҙәк – Нефтекамск), төнъяҡ-көнсығыш (үҙәк – Мәсәғүт). Йыйылыштың көн тәртибе тәҡдим ителә. Көн тәртибе: 1) Башҡортостанда барлыҡҡа килгән әлеге ижтимағи-сәйәси ситуация тураһында 2) Башҡорт йәмәғәт мөхитендәге ситуация тураһында 3) РФ Президентын һайлау тураһында 4) Резолюциялар, мөрәжәғәттәр ҡабул итеү 5) Төрлө мәсьәләләр Йыйылышты ғинуар – февраль айҙарында үткәреү һәм Өфөнән йәмәғәтселек вәкилдәрен, ғалимдарҙы, милли интеллигенция әһелдәрен саҡырыу тәҡдим ителә.
Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге Обсудить на форуме
|
|
|
| | Напечатать | Комментарии (0) |
0
|
| [11 января 2012] | Просмотров: 176 Автор: admika |
Оцени статью! |
Поделитесь новостью с друзьями
HTML ссылка на публикацию
BB ссылка на публикацию
Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
Загружается, подождите...